Главные новости. Яңылыҡтар

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында "Урал батыр" эпосы аша балаларға рухи - патриотик тәрбиә биреү "темаһы буйынса методик көн үтеп китте. Сараға ҡалабыҙҙың күренекле шәхестәре һәм башҡа балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәселәре һәм тәрбиәселәр килде. Сараға өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа бик тырышып әҙерләнделәр. Янбеков Тимур менән Абдуллин Ислам Урал менән Шүлгән ролен бик оҫта итеп башҡарһа, йәш сәсәндәр Еникеева Айлина, Узякина Амелия, Исламгулов Динислам "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләүҙәре ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Бер төркөм балалар "Изгелек мөйөшө" майҙансығында үҙҙәренең изге эштәре тураһында һөйләнеләр һәм ҡунаҡтарға "Нимә яҡшы, нимә яман?" икәнен әйтеп үттеләр. "Толпар" түңәрәгенә йөрөүсе балалар (етәксеһе Әбделҡадирова Г. Х.) "Һаумы ҡояш" йыры менән ҡунаҡтарҙы сәләмләһә, "Еҙ үксә" түңәрәгенә йөрөүсе балалар (етәксеһе Әбүбәкирова Г. М.) "Һомай менән аҡҡоштар" бейеүе менән тамашасы һөйөүен яуланы. Шулай уҡ, балалар менән ата-әсәләр тарафынан "Урал батыр" эпосы персонаждарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Балаларға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай әүҙем, берҙәм булайыҡтар. Балалар көслө рухлы, батыр булып үҫһендәр.

      

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 26.10.2025 | Комментарии (0)

🍂🍁🍂Бөгөн Атайҙар көнө!🎊🎉 Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк булып, бәхеттә - шатлыҡта оҙон - оҙаҡ йәшәргә насип итһен! 🍂🍁🍂
🍂🍁🍂 Балаларыбыҙ атай наҙын тойоп иркәләнеп үҫһендәр. Ошондай гаиләм тип, балалары өсөн йән атып торған яҡшы, аҡыллы атайҙар күберәк булһын!!!
Атайҙар көнөнә арнап йүгереү буйынса «Пробежка с папой» исемле марафон үтте , унда «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһынан Сафин Рамазан атаһы менән ҡатнашты, афарин!

      

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 20.10.2025 | Комментарии (0)

#МәктәпМенәнБәйләнеш
#МәктәпБелемУсағы
#МинМәктәптеЯратам
#ФизикҮҫеш
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыу мөһим. Ошо бәйләнеште нығытыу маҡсатында, балалар баҡсаһының планына ярашлы, 8-се мәктәпкә мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре - "Күгәрсен", "Бәпембә", "Аҡ сәскә" төркөмдәре, физик инструктор Ҡолмөхәмәтова Р. И. сәйәхәткә барып ҡайттыҡ. Унда беҙҙе башланғыс класс уҡытыусыһы Илүзә Яхиевна йылы ҡаршы алды һәм буласаҡ уҡыусыларҙы мәктәп тормошо, режимы менән таныштырып сыҡты һәм балаларҙың һорауҙарына яуап биреп үтте. Аҙаҡ мәктәп китапханаһы, спорт залы, актовый зал, ашхана менән танышып үтте. Балаларға мәктәп бик оҡшаны һәм ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бындай бәйләнеш киләсәктә артабан да дауам итәсәк.

     

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 14.10.2025 | Комментарии (0)

#БашҡортостанРеспубликаһыкөнө
#Тыуғанерем
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Тыуған ергә, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә Башҡортостан Республикаһына арнап төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Был көн балалар өсөн бик фәһемле үтте.

      

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 11.10.2025 | Комментарии (0)

#Профилактическаяакция
#Уступидорогупоездам
#Безопасныедороги
#Вниманиедети
#ЯратамПДД
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#физикүҫеш
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнҽүсҽләрҽ мҽнән (тәрбиәсҽләрҽ Хасанова Ә. Ш., Кунысбаева Л. Х, физинструктор Ҡолмөхәмәтова Р. И.,) юл хәрәкәтҽ хәүҽфһҽҙлҽгҽ ҡағиҙәләрҽн нығытыу маҡсатында "Серле билдәләр" исемле сара үткәрҽлдҽ. Балалар юл билдәләрҽн һәм ҡағиҙәләрҽн иҫкә төшөрҙөләр, поезд юлы, уның эргәһендә булған хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен камиллаштырҙылар . Төрлө уйындар аша юл хәрәкәтҽ хәүҽфһҽҙлҽгҽ нигҽҙҙәрҽн, автокресло, фликҽр тураһында бҽлҽмҽн нығыттылар. Шулай уҡ сараға ГИБДД буйынса административ ҡануниәттәр үтәүсе инспектор полицияһының өлкән лейтенанты Е. А. Ҡотлоәхмәтова ҡунаҡҡа саҡырылды һәм балаларға фликерҙар өләшеп сыҡты.

      

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 30.09.2025 | Комментарии (0)

#МиллиКейемКөнө2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Һәр милләттең һаҡлап килгән ғөрөф- ғәҙәттәре булған кеүек, милли кейеме, биҙәүестәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған ошо милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе ҡәҙерләп һаҡлау һәм киләсәк быуынға еткереү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә милли кейем көнө үткәрелде.
Был көндө төрлө эшмәкәрлек ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр милли кейемдәрҙә башҡорт халҡының уйындарын уйнап, күңелле көйгә бейеп тә алдылар. Был көн тәрбиәләнеүселәр өсөн бик тә фәһҽмлҽ һәм ҡыҙыҡлы үтте.

   

Просмотров: 2 | Добавил: Сайт | Дата: 09.09.2025 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Иңтәмлетел-үҙтелем
Ҡала кимәлендә "Ғаилә кәрәҙе. Семейные соты" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән "Иң тәмле тел - үҙ телем!" онлайн шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Исламғолов Рушан ҡатнашты һәм Ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде. Афарин, Рушан!

 

     

Просмотров: 11 | Добавил: Сайт | Дата: 10.10.2024 | Комментарии (0)

#МиллиКейемКөнө

#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы

Милли кейем - биҙәк кенә түгел, 

Рух көсө ул, халыҡ асылы. 

Йөрәк моңо, аҫабалар ҡаны, 

Хазинаның иң-иң аҫылы!

      

Просмотров: 6 | Добавил: Сайт | Дата: 08.09.2023 | Комментарии (0)

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар 

Мәктәпкә ҡарай илтә: 

- Һаумы, сентябрь иртәһе – 

Ҡыңғыраулы саф иртә! 

Был иртәлә бар йәнлелек, 

Йәмлелек күсеп килде,- 

Баҡсам алды, әйтерһең дә, 

Сәскәле болон инде. 

Йәмле йәй айҙары үтеп, яңы уҡыу йылына ла аяҡ баҫтыҡ. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы үҙенең кескәйҙәренә ишектәрен асты. Яҡты, матур залыбыҙ үҙ дуҫтарын йәнә лә байрамға йыйҙы. Тәрбиәләнеүселәр педагогтар (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Иҙрисова Р.Х.,Ҡунысбаева Л.Х., Вәлитова Р.З.) менән берлектә төрлө уйындар уйнап, йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп уҡыу йылын башлап ебәрҙеләр. Ҡунаҡҡа килгән ҡәләмдәр байрамға тик йәм өҫтәнеләр. Байрам менә һеҙҙе дуҫтар! Уҡыу йылы уңышлы үтһен!

       

Просмотров: 5 | Добавил: Сайт | Дата: 01.09.2023 | Комментарии (0)

1 2 3 4 5 »